Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала икенсе боҙ кисеүе асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 10 декабрҙә автомобилдәр өсөн икенсе бер һыҙатлы боҙ кисеүе асылды. Ул Ҡариҙел  ауылында Ҡариҙел йылғаһында эшләй башланы. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кисеүҙең йөк күтәреүсәнлеге ике тонна тәшкил итә, киңлеге – 50, оҙонлоғо 300 метр.

2018-2019 йылдарҙа ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында хәүефһеҙлек айлығын үткәреү барышында республика биәләмәһендә Краснокама районында тағы ике боҙ кисеүен асыу ҡаралған: Николо-Березовка ауылында – Кама, Иҫке Йәнйегет ауылында Ағиҙел йылғаларында. Уларҙы декабрҙең өсөнсө-дүртенсе декадаһында асыу күҙаллана.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, автомобилдәр өсөн беренсе ике һыҙатлы боҙ кисеүе 7 декабрҙә Бөрөлә асылды.

http://www.bashinform.ru/news/1249120-v-bashkirii-zarabotala-vtoraya-ledovaya-pereprava/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть