Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы яңы йылға тиклем эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүҙе талап итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс ағымдағы йылдың 1 декабренә 635,6 миллион һум тәшкил итте. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.

«Ләкин был һан аныҡ түгел. Ул хеҙмәт хаҡы буйынса йәшерен бурысты иҫәпкә алмай, уны асыҡлау өсөн законлы нигеҙ кәрәк, — тип асыҡлыҡ индерҙе Татьяна Астрелина. — 2015 йылдан башлап хеҙмәт хаҡы буйынса фактик бурысты асыҡлау эше уның арта барыуын күрһәтә. Әгәр 2015 йылдың 1 ғинуарына ул 152 миллион һум тәшкил итһә, 2018-ҙең 1 ғинуарына был һан 481,8 миллион һумға тиклем артып, 1 декабргә 635,6 миллион һумға еткән».

Эш хаҡы буйынса дөйөм бурыстан 65-тән 75% тиклеме — бөлгөнлөккә төшкән предприятиеларҙыҡы. Быйыл 1 декабргә 400 миллион һумдан ашыу ошондай 77 бурыслыға тура килә.

Астрелина банкротлыҡ процедураһында һәм хеҙмәт хаҡы буйынса бурысы булған предприятиеларҙы контролгә алыу кәрәклеген белдерҙе.

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе әйтеүенсә, 13 141 кеше алдында 635 миллион һумлыҡ бурыс бар.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Яңы йыл алдынан, 28 декабрҙә, муниципалитет башлыҡтарын тыңлаясағын һәм эш хаҡы буйынса бурысты бөтөрөүҙе контролдә тотасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«635 миллион — беҙҙең өсөн бик ҙур һан. 28 декабргә быны күрергә теләмәҫ инем», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.

http://www.bashinform.ru/news/1248929-dolgi-po-zarplate-v-bashkirii-sostavili-bolee-635-millionov-rubley/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть