Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.66 ↓

EUR 73.36 ↑

19 март, Шишәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең XVIII съезы башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVIII съезы башланды. «Яңыртыу», «Асыҡлыҡ» һәм «Лидерлыҡ» майҙансыҡтарында ҡатнашыусылар һәм делегаттар «Яңыртыу-2018» төбәктәрҙең съезд алды фекер алышыуҙарына йомғаҡ яһай. Башҡортостан делегацияһын республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләй. Делегация составында 46 кеше.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең парламент фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов «Башинформ» агентлығына Башҡортостан делегацияһының форумдан партия проекттарын («Ҡала мөхите», «Хәүефһеҙ юлдар») тормошҡа ашырыу буйынса яңы бурыстар ҡуйыуҙы көтә.

«Шуныһы ҡыуаныслы: съезд эшендә лә, барлыҡ партия проекттарында ла йәштәр әүҙем ҡатнаша һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең киләсәге тикшерелгән майҙансыҡ иң мөһименә әүерелә. Партия йәштәр менән эшләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш», — тип билдәләне Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Съездың икенсе көнөндә, 8 декабрҙә, 2018 йылда партия программаһы бүлектәрен бойомға ашырыуға арналған дискуссия майҙансыҡтары форматында программа форумы уҙа. «Үҫеш иҡтисады», «Йәшәү сифаты», «Ҡала мөхите һәм таҙа ил», «Ауыл биләмәләрен үҫтереү»  майҙансыҡтарын үткәреү ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1248093-v-moskve-nachinaetsya-xviii-sezd-edinoy-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть