Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт драма театры өфөләрҙән «Мин — Марат» спектакле өсөн реквизиттар һорай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры өфөләрҙән «Мин — Марат» исемле яңы спектакль өсөн реквизиттар һорай.

Театрҙың пиар-менеджеры Шәүрә Ғәббәсова хәбәр итеүенсә, үткән быуаттың 70-80 йылдарындағы эшлектән сыҡмаған көнкүреш әйберҙәре кәрәк: кер йыйыу машинаһы, телевизор, кассеталы «Электроника» видеомагнитофоны, полировкалы бәләкәй өҫтәл, сервант, гәлсәр, катушкалы магнитофон, шнурлы микрофон, йәйелмәле диван, элекке кефир, һөт, араҡы шешәләре. Театрға ярҙам итергә теләгәндәргә 8-917-401-62-47 телефоны буйынса шылтыратырға.

Спектакль Урал Ғәлиевтың «Тамамланмаған повесть» һәм «Кирегә юл юҡ» әҫәрҙәренә нигеҙләнгән.

Премьера Кесе залда 29 декабргә билдәләнгән. Режиссер, инсценировка һәм башҡорт теленә тәржемә авторы — Айрат Абушахманов.

Рәссам — Альберт Нестеров, музыкаль биҙәлеш — Илшат Яхин һәм Айрат Абушахманов. Ролдәрҙә — Илсур Байымов, Азат Вәлитов, Лилия Ғәлина, Юлиә Ғәләүетдинова, Артур Ҡунаҡбаев, Гүзәл Маликова, Морат Рафиҡов, Римма Ҡаһарманова, Айнур Ситдиҡов, Гөлназ Хайсарова, Айҙар Шәмсетдинов, Алмаз Йосопов.

http://www.bashinform.ru/news/1247911-bashdramteatr-prosit-u-ufimtsev-rekvizit-dlya-novoy-postanovki-ya-marat/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть