Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Иглин районы депутаттары хакимиәт башлығы Ғафуан Шәйхетдиновтың отставкаһын ҡабул итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

7 декабрҙә Иглин районы Советы ултырышында район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдиновтың үҙ теләге буйынса вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуы тураһында ғаризаһы ҡаралды. Депутаттар ғаризаны ҡәнәғәтләндерҙе. Совет контракт буйынса Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан итте.

Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу хакимиәт башлығы урынбаҫары Николай Самойленкоға йөкмәтелде.

Николай Самойленко 1976 йылдың 1 июлендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай. 2000 йылдан — «Аленка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, директоры. 2014-2018 йылдарҙа — Төбәк хеҙмәттәшлегенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеү Башҡортостан төбәк йәмәғәт фонды президенты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе, бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

http://www.bashinform.ru/news/1247980-deputaty-iglinskogo-rayona-prinyali-otstavku-glavy-administratsii-gafuana-shaykhutdinova/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть