Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.76 ↓

EUR 76.13 ↑

17 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Өфөлә Элвин Грей Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалы менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Элвин Грей (Радик Юлъяҡшиндың сәхнә псевдонимы) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде.

Награданы ойошма рәйесе Данир Ғәйнуллин тапшырҙы. Бүләкләү Башҡорт ҡоролтайының беренсе етәксеһе, ғалим Нияз Мәжитовҡа арналған Хәтер кисәһендә уҙҙы.

«Радик Юлъяҡшин үҙенең ижады аша башҡорт телен, башҡорт йырҙарын пропагандалай. Кешеләр уға ҡушылып йырлай, шиғырҙары һәм йырҙары менән ҡыҙыҡһына. Бөгөн ул милли эстрадабыҙҙа иң ҙур һорау менән файҙаланған артист, — тине ойошма рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Беҙ Радик менән күптән таныш. Республиканан ситтә, Рәсәй төбәктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларын үткәргәндә уны үҙебеҙ менән йөрөтә торғайныҡ. Бер ваҡыт шулай Ырымбур өлкәһендәге һабантуйҙа уға палатка ҡалманы. Йәш йырсыға усаҡ янында йоҡларға тура килде. Ул саҡта беҙ: «Иң арзан райдер һиндә», – тип шаярттыҡ. Бына шундай ябай һәм ихлас егет ине. Бөгөн ул – ҙур залдар йыйған популяр артист. Радиктың йырҙары аша кешеләр туған телендә йырлай, шуның өсөн рәхмәт».

Элвин Грей үҙенең ижадын юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Былтыр Радик «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемен алды. Ә иртәгә, 8 декабрҙә, «Өфө-Арена»ла уның концерты була.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы башҡорт халҡын туплау, милли мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса емешле һәм күп йыллыҡ әүҙем эш өсөн күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә 2010 йылдан алып тапшырыла. Миҙалдың исеме итеп танылған башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың шиғыр юлдары алынған.

http://www.bashinform.ru/news/1247847-v-ufe-elvina-greya-nagradili-medalyu-vsemirnogo-kurultaya-bashkir/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть