Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.66 ↓

EUR 73.36 ↑

19 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан етәксеһе фельдшерҙарҙың эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын биреүенә «нөктә ҡуйырға» ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына аҙна эсендә фельдшерҙарға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һәм дарыуҙарға рецепт яҙыу вәкәләттәрен бүлеп биреү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бөгөн хөкүмәттәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерелде.

Быға төпкөлдә йәшәгән һәм рецепт, «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын» алыу өсөн район йәки ауыл участка дауаханаларына барырға мәжбүр булған халыҡтың мөрәжәғәттәре сәбәпсе булды. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының күпселегендә бындай хеҙмәт күрһәтелмәй.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әлегә ошо мәсьәлә буйынса аныҡ позиция юҡ, «урындарҙа хәлдәр төрлөсә».

1 декабрҙән Өфө районы һәм баш ҡаланың Октябрь районы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләгән бөтә фельдшерҙар дарыуҙарға рецепт яҙырға һәм 10 көнгә тиклем «эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын» бирергә хоҡуҡлы. Республиканың райондарының күбеһендә ундай хеҙмәт юҡ.

«Быны бер системаға һалығыҙ. Табип хаталарын арттырыу тигән маҡсат юҡ. Киреһенсә, алдыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу бурысы тора. Дүрт йыл уҡығандан һуң фельдшерҙар дөрөҫ диагноз ҡуя беләлер тип уйлайым, уларға ышанырға кәрәк, — тип тәҡдим итте төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. — Мине кешеләрҙең алыҫта урынлашҡан дауаханаларға йөрөү осраҡтары бик борсой. Килеп тыуған хәлде асыҡлайыҡ һәм бер аҙнанан, киләһе «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә нөктә ҡуйырбыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1247684-rukovoditel-bashkirii-poruchil-postavit-tochku-na-vydache-feldsherami-bolnichnykh-listov/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть