Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.76 ↓

EUR 76.13 ↑

17 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Молния

Республиканың 2019 йылғы ҡаҙнаһына бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы өсөн 3,4 миллиард һум өҫтәнеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

Финал уҡыуына Башҡортостан бюджеты проекты 3,4 миллиард һумға артты, тип һөйләне республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты ултырышында. Был бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелгән федераль аҡса.

Бюджеттың аҙаҡҡы параметрҙары шундай: килем – 175,6 миллиард, сығым – 195,6 миллиард һум. Планлаштырылған дефицит үҙгәрмәй һәм 20 миллиард һум тәшкил итә. Дәүләт Йыйылышының ошо йылдағы һуңғы ултырышы 20 декабрҙә уҙа, депутаттар унда финанс документын раҫларға тейеш.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан һуңғы өс йылда тәүге тапҡыр йылды дефицит менән ябырға ниәтләй. 2016 йылды республика — 12,5 миллиард, 2017-лә 10 миллиард профицит менән япты, ә быйыл, төрлө баһалар буйынса, профицит 3-5 миллиард тәшкил итәсәк.

Башҡортостан нисек аҡса эшләргә һәм уны нисек тотонорға уйлай – ошо хаҡта беҙҙең «Башҡортостан бер йылда 172 миллиард һум эшләй» һәм «Башҡортостанда бюджет аҡсаһын нимәгә тотоналар?» проекттарында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1247490-v-byudzhet-bashkirii-2019-dobavili-3-4-mlrd-rubley-na-zarplaty-byudzhetnikam/    

Теги: бюджет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть