Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.12 ↑

EUR 70.60 ↑

18 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Урал батыр» эпосына арналған фестивалдә ҡатнашыусылар 42 телдә сығыш яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә туғыҙынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған конкурс-фестиваль ойошторолдо. Ул икенсе йыл халыҡ-ара статусында уҙҙы. Быйыл конкурста 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Республика ҡала һәм райондары, Рәсәй төбәктәре һәм бер нисә сит ил уҡыусылары һәм студенттары ил, донъя халыҡтарының 42 телендә сығыш яһаны.

Конкурс Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының тел төрлөлөгөн һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға булышлыҡ итә. Бөтәһе 10 секция эшләне: өсәүһе — эпосты башҡортса һөйләүселәр өсөн, икәүһе — рус, икәүһе — инглиз, берәүһе — Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә, берәүһе — бер нисә телдә аралашҡандар өсөн, һәм тағы ла берәүһе — мигрант ғаиләләрендәге балалар өсөн. Номинациялар иҫәбендә «Урал батыр» эпосын төрлө телдәрҙә һөйләүҙән тыш, донъя халыҡтары эпостары буйынса уйындар, белешмәләр әҙерләп күрһәтеү ҙә бар ине. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе конкурсҡа «Халыҡ йолалары — бөгөн» темаһына фотоһүрәттәр тәҡдим иткән. Тәүге тапҡыр донъя халыҡтары уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр баһалама ағзаларын үҙҙәренең сағыу ижади сығыштары менән таң ҡалдырҙы.

«Конкурс тиҙҙән Өфөлә һәм республикала үтергә тейешле  халыҡ-ара кимәлдәге мөһим сараларға әҙерлек барышында уҙғарылды. Улар — 2019 йылда Халыҡ-ара балалар уйындары һәм 2020 йылда VI Бөтә донъя фольклориадаһы. Маҡсатыбыҙ — балалар һәм йәштәр мөхитендә гражданлыҡ һәм этномәҙәни берҙәмлек булдырыу», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурс «Урал батыр» эпосы һәм уның дуҫтары өсөн ысын байрамға, халыҡтар араһындағы тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде. «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара конкурсы еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларына дипломдар һәм сертификаттар, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты сығыш яһаны. Конкурс республиканың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы булышлығында уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1247464-v-ufe-proshel-konkurs-festival-posvyashchennyy-bashkirskomu-narodnomu-eposu-ural-batyr/

                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть