
Өфө ҡыҙы донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде

Өфө ҡыҙы донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде Фото: Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Өфө ҡыҙы, Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Forbes версияһы буйынса донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде. Ул рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй.
Германия канцлеры Ангела Меркель уҙып барған 2018 йылда иң абруйлы ҡатын-ҡыҙ тип танылған. Икенсе баҫҡыста — Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мэй, өсөнсөлә — Халыҡ-ара валюта фонды башлығы Кристин Лагард.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, үткән йылдың ноябрендә лә Эльвира Нәбиуллина Forbes рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алды.