Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55

EUR 69.86

15 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

3 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған концертта булды.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған концерт программаһына Хашим Мостаев ҡуйған бейеүҙәр ингән. Улар иҫәбендә – «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм башҡалар.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йыл ғәскәровсылар өсөн Хашим Мостаевтың юбилейы билдәһе аҫтында уҙа. «Ғүмергә торошло бейеү» программаһын республикала һәм унан ситтә лә тамашасылар яратып ҡараны. Йомғаҡлау концерттары 7 һәм 8 декабрҙә Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында була.    

http://www.bashinform.ru/news/1246357-radiy-khabirov-posetil-kontsert-posvyashchyennyy-100-letiyu-baletmeystera-khashima-mustaeva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть