Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Татарстанда Радик Юлъяҡшинға Туҡай исемендәге премия бирергә тәҡдим иттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Татарстанда Радик Юлъяҡшинға татар телен һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн Туҡай исемендәге премия бирергә тәҡдим иттеләр. Был хаҡта «Татар-информ» агентлығының татар редакцияһы баш мөхәррире Рәмис Латипов белдерҙе.

Функционерҙар миллиондарса аҡсаға эшләй алмағанды Радик Юлъяҡшин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшләй, тигән фекерҙә ул. Йырсының концерттарынан һуң кешеләр урамда, транспортта туған телендә һөйләшергә һәм хатта йырларға оялмай.

«Кешеләр үҙ аҡсаһына билет алып, концертта «Ай, былбылым» һәм «Уфтанма» тип йырлай. Татар телен дә онотмағандар, йырҙың һүҙҙәрен дә беләләр. Ә беҙ инде татар теле бөттө, кәрәге юҡ тип йөрөй инек», — тип яҙа мәҡәлә авторы.

1 декабрҙә Радик Юлъяҡшиндың «Татнефть-Арена»лағы концертына туғыҙ меңдән ашыу кеше килде. Татар эстрадаһында тәүге тапҡыр ошондай рекорд ҡуйылды. Концертта «Элвин Грей» лейблының презентацияһы уҙҙы.

Бынан алда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин Өфөлә лә рекорд ҡуйғайны — 2017 йылда ул  «Өфө-Арена»ға һигеҙ мең кешене йыйҙы. Быйылғы концерт та Өфөлә 8 декабрҙә ошо уҡ залда уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1245892-v-tatarstane-predlozhili-dat-radiku-yulyakshinu-premiyu-imeni-tukaya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть