Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйыу тураһында хәбәр итте. Бынан алда агентлыҡ ведомство етәксеһе Гөлназ Шафиҡованың отставкаға китеүе хаҡында яҙғайны.

Айбулат Хажин әлегә тиклем Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығын етәкләне.

«Мәғариф темаһы һеҙгә аңлайышлы, яуаплылыҡ кимәлен яҡшы беләһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Мәғариф министрлығының яңы етәксеһенә. —  Республикала белем биреү учреждениелары селтәре ҙур, ошо эште тейешенсә ойоштороуҙы һорайым».
Белешмә. Хажин Айбулат Вәкил улы 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған. Өфөләге 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда 2-се Арғаяш урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып башлай.

1997-2000 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура академияһы аспиранты.

2001-2008 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.

2003-2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторанты.

2003-2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты деканы урынбаҫары.

2008-2009 йылдарҙа  — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры урынбаҫары.

2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры.

2009-2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге секторы мөдире.

2010-2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2014-2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.

2016-2018 йылдарҙа — Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе.

http://www.bashinform.ru/news/1245768-vrio-ministra-obrazovaniya-bashkirii-naznachen-aybulat-khazhin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть