Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов отставкаға китте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте. Ошо хаҡта бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

«Был уның теләге ине, мин, дөрөҫөн әйткәндә, өгөтләп тә ҡараным. Рөстәм Мәрҙәнов Үҙәк банк системаһына эшкә күсә. Тиҙҙән һеҙҙең тәғәйенләнеүегеҙ хаҡында белербеҙ тип ышанам», — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Мәрҙәновҡа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Рөстәм Мәрҙәновҡа «һәйбәт һәм ғәҙел эшләгәне» өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уны Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Алдан киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәнсә, Рөстәм Мәрҙәнов Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының Урал баш идаралығы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә.

Рөстәм Мәрҙәнов Өфө авиация институтын тамамлаған. 1995 йылда Башҡортостан Милли банкында эшләй башлай.

1998-2000 йылдарҙа — республика Хөкүмәтендә иҡтисад һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары.

2000 йылда Милли банкка кире ҡайта, ике йылдан уны етәкләй. 2013 йылда Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры итеп тәғәйенләнә, ә 2015 йылда премьер-министр вазифаһын биләй.

http://www.bashinform.ru/news/1245778-premer-ministr-pravitelstva-bashkirii-rustem-mardanov-podal-v-otstavku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть