Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Бөйөк Британияла нәшер ителә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы Бөйөк Британияла нәшер ителә. Башҡорт яҙыусыһының әҫәре The Taste of Forbidden Fruit — «Тән ғазабы» тигән исем аҫтында инглиз теленә тәржемәләнгән. Инглизсә баҫтырыу тәҡдимен «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтенең генераль директоры Алексей Гришанов индергән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылда Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә яҙыусының «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы рус телендә донъя күрҙе. Китап донъяның 25 иленән 300 нәшриәт ҡатнашҡан 31-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә үҙ урынын алды. «Юность» журналының декабрь һанында Рәсәйҙең билдәле әҙәби тәнҡитсеһе Лев Аннинскийҙың Флүр Ғәлимовтың трилогияһына рецензияһы баҫылырға тейеш.

«Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Мәскәүҙәге ҙур уңышын дауам итә», — ти филология фәндәре докторы, профессор, танылған рус шағиры Александр Шуралев. Ысынлап та, әҙип быйыл рус әҙәбиәтендә ижади асыш булды: ҙур романдарының тәржемәләре илдең «Юность», «Роман-газета», «Литературная газета» баҫмаларында, шулай уҡ республикабыҙҙың «Ватандаш», «Бельские просторы», «ЛиФФТ» журналдарында баҫылып сыҡты.

«Роман-газета» журналында Флүр Ғәлимовтың «Алтын ҡанатлы Һомайғош» романы донъя күрҙе. Ошо һандың 600 данаһы заказ буйынса Германияға — университеттарға, колледждарға, китапханаларға һәм рус әҙәбиәтен һөйгән немец китап уҡыусыларына оҙатылған.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре Рәсәйҙең әҙәби журналдарында 30 йыл буйына баҫылғаны юҡ ине. Быға тиклем 1979 йылда Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм 1988 йылда «Ярлыҡау» әҫәрҙәре нәшер ителде.

http://www.bashinform.ru/news/1243541-trilogiya-flyura-galimova-pokayanie-nad-propastyu-perevedena-dlya-izdaniya-v-velikobritanii/

      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть