Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Рус түгелмен, ләкин россиян мин» фестивалендә Мостай Кәримдең шиғырҙары төрлө телдәрҙә яңғырай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә 2019 йылдың сентябрендә «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» халыҡ-ара шиғриәт фестивале уҙа. Сараны Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата Яҙыусылар союзы ойоштора.

«Конкурста төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән шағирҙар ҡатнаша. Улар төрлө телдәрҙә Мостай Кәримдең һәм үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләргә  тейеш. Әле беҙ конкурс тураһында положение әҙерләйбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев.

Бөгөн Милли йәштәр театрында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы саралар уҙғарыуға арналған матбуғат конференцияһы булды. Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова «Быуат параллелдәре» мәҙәни-ағартыу проектының башланыуы хаҡында һөйләне. Саралар 19-26 ноябрҙә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында һәм Милли йәштәр театрында ойошторола.

Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Альбина Юлдашбаева йыйылыусыларҙың иғтибарын ведомствоның мәҙәниәт учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары менән бергә планлаштырған ваҡиғаларға йүнәлтте. Ул Милли йәштәр театрының Пермдәге бөтә Рәсәй гастролдәрен, 2019 йылдың майында «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивален уҙғарыуҙы атаны.

«Бер музей ҙа, китапхана ла юбилей сараларынан ситтә ҡалмай. Республика ҡала һәм райондары буйлап күсмә күргәҙмәләр ойошторола. Милли китапхана йолаға әйләнгән Мостай уҡыуҙарын үткәрә», — тине спикер.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, китап сығарыу буйынса республика комиссияһы ағзаһы Ҡәҙим Аралбай 2019 йылдағы мөһим ваҡиғаларҙың береһен  — Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең бер быуатлыҡ юбилейын телгә алды.

«Әле ошо сараға әүҙем әҙерлек бара. Республикала китап сығарыуҙың һәм башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше тураһында ҙур «Башҡорт китабы» донъя күрергә тейеш, — тип хәбәр итте ул. — Мостай Кәрим иҫән сағында уның бөтә әҫәрҙәре ошо нәшриәттә баҫылып сыҡты. 100 йыллыҡ юбилей йылында тулы әҫәрҙәр йыйынтығының 10-сы томы, Тимерғәли Килмөхәмәтовтың Мостай Кәримдең драматургияһы тураһында китабы сыға, балалар өсөн рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә сувенир баҫма әҙерләнә».

http://www.bashinform.ru/news/1241372-na-festivale-ne-russkiy-ya-no-rossiyanin-stikhi-mustaya-karima-prozvuchat-na-raznykh-yazykakh/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть