Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың 100 йыллығына Шаран районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө алып барыла. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2019 йылдың октябренә билдәләнгән. Проект-смета документацияһы буйынса бина 45х27 метр күләмендәге спорт залынан һәм дүрт юлаҡлы 25х8,5 метрлыҡ йөҙөү бассейнынан тора.

«Тәү сиратта һауыҡтырыу комплексы мөһим, район балалары комплекстың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Шаран районында һыу объекттары бик күп, ә халыҡтың күпселеге йөҙә белмәй», — тип аңлатма бирҙе социаль объект төҙөлә башлауға урындағы спорт комитеты белгесе Флүзә Абдрахманова.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, һаулыҡ һаҡлау комплексынан тыш, үҙләштерелгән биләмә сиктәрендә электр уты һүндерелгән осраҡҡа дизель-генератор ҡулайламаһы һәм блок ҡаҙанлығы урынлаштырыла. Автомобилдәр, шул иҫәптән халыҡтың аҙ хәрәкәт иткән төркөмө өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы туҡталҡалар ҡаралған.

Комплекс «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Эштәрҙең заказсыһы — республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы.

http://www.bashinform.ru/news/1241130-k-100-letiyu-bashkirii-v-sharanskom-rayone-postroyat-fok/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть