Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Парижда Шүлгәнташ һүрәттәре һәм «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә республикабыҙҙың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тулыуға арналған Башҡортостан менән таныштырыу сараһы үтте. Презентацияны асыуҙа һәм башҡа сараларҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты.

Сараның төп маҡсаты халыҡ-ара йәмәғәтселеккә Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә ҡушыу өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре һәм ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн Рәсәйҙәге тәүге геопарк — «Янган-Тау» тураһында мәғлүмәт биреү ине. Объекттар буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә рәсми кешеләр, ЮНЕСКО белгестәре һәм эксперттары, Башҡортостан, Рәсәй, Франция ғалимдары, Францияның һәм сит илдәрҙең музей-ҡурсаулыҡтары, ЮНЕСКО халыҡ-ара статусын алған музей комплекстары һәм геопарктар вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан вәкилдәренең ЮНЕСКО-ның яңы етәкселеге менән эшлекле осрашыуы һәм һөйләшеүҙәре, Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә республикабыҙ менән таныштырыу сараһы ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте киңәйтер тип күҙаллана.

Белешмә. Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит осоронда йәшәгән кешеләрҙең ҡаяға төшөргән һүрәттәре аша бөтөн донъяла танылыу яуланы. Бында мамонт, ат һәм башҡа хайуандарҙың, антропоморф һындарҙың 200-ләгән рәсеме асыҡланған. 2017 йылдың ноябрендә мәмерйәлә кальцит ҡатламы аҫтында боронғо дөйә һүрәте табылған. Ошо һүрәттәрҙе яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында Шүлгәнташ Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә инеүгә дәғүә итә.

«Янғантау» геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Бында халыҡ-ара һәм милли әһәмиәттәге 20-нән ашыу геологик объект бар. Республиканың геопаркты ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереүгә ғаризаһы уҙған йылдың ноябрь айында бирелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1240940-v-parizhe-prezentuyut-naskalnuyu-zhivopis-shulgan-tasha-i-pervyy-v-rossii-geopark-yangan-tau/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть