Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала бухгалтерҙарға ихтыяж арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

21 ноябрҙә Рәсәйҙә Бухгалтер көнө билдәләнә. Хеҙмәт баҙары эксперттары фекеренсә, автоматлаштырыуға тәү сиратта ошо белгестәрҙең эләгеүе мөмкин — уларҙың көндәлек бурыстарын машиналарға тапшырыу отошлораҡ. Ләкин эшкә урынлашыу өлкәһендә  үҙгәрештәр әлегә күҙәтелмәй.

Әйтәйек, Башҡортостанда бухгалтерҙарға ихтыяж йыл һайын арта, тип билдәләй HeadHunter рекрутинг хеҙмәте. Ғинуар-октябрь айҙарында үҫеш уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 56% тәшкил иткән. Был хеҙмәткәрҙәр менән айырыуса ваҡлап һатыу һәм төҙөлөш тармағы компаниялары ҡыҙыҡһына.

Бөгөн Башҡортостанда бер бухгалтер вакансияһына 7,8 резюме тура килә. Рәсәй буйынса ошо белгестәр араһында конкуренция түбәнерәк — бер урынға 7,2 резюме, күрше Свердловск өлкәһендә — 4,4.

Көтөлгән һәм тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы — 30 һәм 25 мең һум. Кандидаттарҙың 89%  — ҡатын-ҡыҙҙар. Бухгалтер эшен йышыраҡ 25-45 йәшлектәр эҙләй. Уларҙың күпселеге юғары белемле (88%).

http://www.bashinform.ru/news/1240843-v-bashkirii-rastet-spros-na-bukhgalterov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть