Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә 74-се урынды биләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Сүплектәрҙең интерактив картаһы» ресурсында Башҡортостанда йәшәүселәр 582 проблемалы объектты билдәләгән, шуларҙың 180-не генә бөтөрөлгән. Экологик проект сайтында билдәләнгән законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү һөҙөмтәлелеге буйынса республика төбәктәр рейтингында 74-се баҫҡысты биләй.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» проекты эксперттары Ишембайҙа урынлашҡан рөхсәтһеҙ сүплектәр буйлап рейд үткәрҙе.

«Муниципаль предприятиеларҙың береһенең биләмәһендә рөхсәтһеҙ сүплек дөйөм өмәләрҙән һуң барлыҡҡа килгән,  — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» проектының Башҡортостандағы координаторы Морат Шафиҡов. — Ҡалала йәшәүселәр уны kartasvalok.ru интерактив ресурсында билдәләгән. Беҙ унда көҙгө экологик акцияларҙың күптән тамамланыуына ҡарамаҫтан, тоҡтарға тултырылған сүп-сар өйөмөнөң һаман элекке урынында ятыуын күрҙек. Бер яҡтан, изге эш башҡарғандар, өмә ойошторғандар, ҡаланы тәртипкә килтергәндәр. Йыйылған сүп-сарҙы Ишембай эргәһендә урынлашҡан законлы полигонға сығарырға ғына ҡалған. Ләкин коммуналь хеҙмәткәрҙәр тоҡтарҙы етештереү майҙансығында ҡалдырып китеүҙе һәм был хаҡта онотоуҙы хуп күргән».

Яр-Бишҡаҙаҡ ауылындағы рөхсәтһеҙ сүплек тә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттарында бик күп һорауҙар тыуҙырҙы, унда билдәһеҙ кешеләр сәнәғәт ҡалдыҡтарын ауыл уртаһындағы соҡорға ташлап киткән. Йәмәғәтселәр әйтеүенсә, был эзбиз, шул рәүешле улар ҙур булмаған сүплекте юҡ итергә уйлаған.

«Яр-Бишҡаҙаҡ ауылындағы рөхсәтһеҙ сүплекте контролгә алыу һәм ошо объекттың барлыҡҡа килеүен асыҡлау тәҡдиме менән мөрәжәғәттәрҙе тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына һәм Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына ебәрәбеҙ», — тип билдәләне эксперт.

«2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» указда Владимир Путин хөкүмәт алдына етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән һөҙөмтәле эш итеү, шул иҫәптән ҡала сиктәрендә 2018 йылдың 1 ғинуарына асыҡланған барлыҡ рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү бурысын ҡуйҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1240680-bashkiriya-po-effektivnosti-likvidatsii-nezakonnykh-svalok-zanimaet-74-mesto-v-rossii/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть