Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡайҙа боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә – райондар исемлеге

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфө хакимиәте Яңы йылға ҡайҙа боҙ ҡаласыҡтары төҙөлгән урындарҙың исемлеген баҫтырып сығарҙы. Ғәҙәттәгесә, байрам көндәрендә өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да төп күңел асыу майҙансыҡтары — В.И. Ленин исемендәге һәм Салауат Юлаев майҙандары.

Баш ҡала райондарында боҙ ҡаласыҡтары урынлашҡан урындар:

Дим районы

«Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы — үҙәк район шыршыһы;

«Орион» ижад һарайы скверы.

Калинин районы

Инорс биҫтәһе (Мушников һәм Баландин сатындағы майҙан) — төп район шыршыһы;

«Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы майҙаны;

Шакша биҫтәһе (Мәләүез урамы, 31).

Киров районы

Мөбәрәков һәм Софья Перовская сатындағы майҙан — үҙәк район шыршыһы;

«Ҡунаҡһарай» сауҙа-күңел асыу комплексы алдындағы майҙан;

«Ультра» сауҙа-мәҙәни үҙәге алдында;

«Мега» сауҙа үҙәге алдындағы майҙан.

Ленин районы

«Затон» биҫтәһе («Тулҡын» скверы алдында) — үҙәк район шыршыһы.

Октябрь районы

«Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы — үҙәк район шыршыһы;

Спорт һарайы алдында;

Нуғай ҡасабаһында (мәҙәниәт йорто алдында).

Орджоникидзе районы

С. Орджоникидзе исемендәге майҙан — үҙәк район шыршыһы;

Яңы Черкассы ҡасабаһы («Таң» мәҙәниәт һарайы алдында);

Тимашев ҡасабаһы;

Иҫке Турбаҫлы ҡасабаһы («Дуҫлыҡ» мәҙәниәт һарайы алдында).

Совет районы

«Өфө балалар филармонияһы» алдындағы майҙан.

http://www.bashinform.ru/news/1240821-gde-v-ufe-postroyat-ledovye-gorodki-spisok-vsekh-rayonov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть