Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығын билдәләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Илебеҙҙең баш ҡалаһында шағирә, драматург, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Сара Мәскәүҙең милләттәр йортонда уҙҙы.

Кисәлә яҙыусының улы Тельман Әминев сығыш яһаны. Тельман Ғәзиз улы Мәскәүҙә йәшәй, профессор, химия фәндәре докторы. Күп йылдар буйына әсәһенең бай ижади мираҫын һаҡлау менән шөғөлләнә. Тельман Әминев бөтәһен дә Өфөгә, Коммунистик урамында урынлашҡан 7-се йорттағы мемориаль фатирға саҡырҙы. Әҙибә ғүмеренең күпселек өлөшөн шунда үткәргән. Кисәлә ошо фатир тураһында фильм күрһәтелде.

Тарих фәндәре кандидаты Фәниә Шәкүрова Биишеваның тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәмсиә Нагаева, яҙыусы, тәржемәсе, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Мостафин үҙҙәренең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Йырсы Арсен Кәримов һәм ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин башҡарыуында З.Биишева шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. «Илһам» халыҡ театры етәксеһе Мәҙинә Илһамова һәм «Шаршау» театр студияһында ҡатнашыусылар З.Биишеваның билдәле әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе.

Кисәне Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында «Сәсән» ижади берекмәһе ойошторҙо.

«Башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, композиторҙарының ижадына бағышланған кисәләр йолаға әүерелгән. Бындай сараларҙа Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре, туған телдә аралашыуға, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, йыр-моңға сарсаған милләттәштәребеҙ ҡатнаша», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең бүлек етәксеһе Азат Ғәфүров.

http://www.bashinform.ru/news/1240647-v-moskve-otmetili-110-letie-narodnoy-pisatelnitsy-bashkortostana-zaynab-biishevoy/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть