Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәй Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының күләмен раҫланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының минималь һәм максималь күләмен раҫланы. Тейешле ҡарарға премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, эшһеҙ тип танылған граждандар өсөн пособиеның иң аҙы — 1 500 һум, иң күбе 8 000 һум тәшкил итә.  

Пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 1 500 һум, иң күбе 11 280 һум була.

«2019 йылдың 1 ғинуарынан ошо датанан һуң эшһеҙ тип танылған граждандарға эшһеҙлек пособиеһын түләүҙең яңы тәртибе индерелә. Атап әйткәндә, пенсия алды йәшендәге граждандарға эшһеҙлек пособиеһын түләүҙең яңы шарттары билдәләнә, — тиелә документтың аңлатмаһында. — Федераль бюджетта 2019 йылға билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип танылған граждандарға социаль түләүҙәр өсөн 53,4 миллиард һум күләмендә бюджет ассигнованиелары ҡаралған».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, октябрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме 4 189 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 43,9% тәшкил итте. Ноябрь башына республикала 17,9 мең самаһы теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Йыл башында төбәктә яҡынса 20,7 мең «рәсми» эшһеҙ йәшәгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,964 миллион кеше. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, республикала эшһеҙҙәр һаны 95,5 мең кеше тәшкил итә. Әле Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме — 12 837 һумдан ашыу. Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы — 32 227 һум.

http://www.bashinform.ru/news/1240560-pravitelstvo-rossii-utverdilo-razmer-posobiya-po-bezrabotitse-na-2019-god/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть