Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә журналистар йылдағыса Матбуғат балына йыйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

21 декабрҙә Өфөләге Конгресс-холда йылдағыса Матбуғат балы ойошторола. Йола буйынса, унда Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнә.

Быйыл сара Башҡортостандың 2019 йылда билдәләнергә тейешле 100 йыллығын байрам итеүгә арнала, тип хәбәр итте Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгес-эксперты Нилә Ғәйнетдинова.

Яңы йыл алдынан уҙғарылған сарала ҡатнашыуға федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫмаларҙың вәкилдәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар, алдынғы предприятиелар һәм компанияларҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.

Номинациялар буйынса еңеүгә кандидаттар күрһәтеү принцибы быйыл да һаҡлана. «Иҡтисад һәм финанс», «Сәйәсәт һәм йәмғиәт», «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», «Социаль яҡлау», «Мәғариф», «Спорт һәм йәштәр сәйәсәте», «Һаулыҡ», «Экология», «Сәнәғәт һәм инвестициялар», «Тыуған төйәк» номинацияларына дәғүәселәрҙе — республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре һәм матбуғат хеҙмәттәре, ә «Йыл журналисы» исеменә номинанттарҙы республиканың киң мәғлүмәт саралары үҙ хеҙмәткәрҙәре араһынан тәҡдим итә.

Еңеүселәр 21 декабрҙә билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1240188-v-ufe-zhurnalisty-soberutsya-na-traditsionnyy-bal-pressy/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть