Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала торлаҡтың 70% ашыуы кредитҡа төҙөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл тәүге 10 айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 1,618 миллион квадрат метрлыҡ 20 мең фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 10,5 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Йыл башынан республикала һәр мең кешегә 398 квадрат «торлаҡ» һалынған.

2018 йылдың 10 айы йомғаҡтарына ярашлы, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан икенсе урында тора. Йән башына торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика дүртенсе урынды биләй.

Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 71 процент тәшкил иткән. Башҡортостанда йәшәүселәр дөйөм майҙаны 1,149 миллион квадрат метрҙан ашыу 10,6 мең өй һалған. Был үткән йылдың ғинуар-октябрь айҙарына ҡарағанда 8,6 процентҡа кәмерәк.

Республиканың юридик берәмектәре — төҙөүселәр ошо уҡ ваҡытта дөйөм майҙаны 469 мең квадрат метрҙан ашыу йорттарҙы файҙаланыуға тапшырған. Был уҙған йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 15 процентҡа аҙыраҡ, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.  

http://www.bashinform.ru/news/1239503-s-nachala-goda-v-bashkirii-postroeno-bolee-1-6-mln-kvadratov-zhilya/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть