Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Республикабыҙҙа билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды. Улар «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы. Унда Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан йәмғиәткә файҙа килтергән, ауылды, ҡаланы йәки районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән 107 ғаилә ҡатнашты. Барлыҡ ғаилә ағзаларының социаль яҡтан әүҙем булыуы төп шарттарҙың береһе ине. Ғаиләләр өс этапта интернетта тауыш биреү юлы менән, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан һайлап алынды.

«Бөгөн бөтә ғаиләләр ҙә еңеүсе. Барығыҙ ҙа шундай матур, ижади һәм әүҙем. Һеҙҙең хаҡта фильмдар төшөрөргә, мәҡәләләр яҙырға кәрәк. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт», — тине Анна Кузнецова, финалға сыҡҡан ғаиләләргә мөрәжәғәт итеп.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Зәйнетдиновтар ғаиләһенә автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙең балалары, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, «Орленок» халыҡ-ара балалар мәғариф үҙәгендә ял итеүгә сертификаттар менән бүләкләнде.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Башинформ» агентлығына ғаиләһенең конкурста еңеүенә өмөтләнеүе, ләкин сәхнәнән иғлан иткәнсе быға ышанмауы хаҡында һөйләне.

«Ошондай исемгә лайыҡ булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ғаиләбеҙ өсөн сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тауыш бирҙе. Әлбиттә, бында тәү сиратта тормош иптәшем Гөлгөнәнең һәм ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Илүзәнең, улыбыҙ Азаматтың өлөшө ҙур. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Үҙебеҙгә һәм башҡаларға халыҡтың мәҙәниәтебеҙҙе хуплауын һәм уның үҫешеүен иҫбатланыҡ. Башҡортостанда йәшәүселәр күрһәткән ошо ҙур ышанысты аҡларға тырышырбыҙ», — тине Зәйнетдиновтар ғаиләһе башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1239356-semya-zaynetdinovykh-iz-ufy-priznana-samoy-sotsialno-aktivnoy-v-bashkirii-/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть