Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Рәсәй ҡалалары араһында таҙалыҡ буйынса 52-се урынды биләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй ҡалалары араһында Өфө таҙалыҡ рейтингында 52-се (миллионлы ҡалалар араһында бишенсе) урынды биләй. Тикшереүҙе Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы белгестәре үткәргән һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаланың таҙалығын 6,2 балға баһалауын асыҡлаған. Респонденттарға «Минең районымда таҙа, сүп-сарҙы ваҡытында түгәләр» фекерен 1-ҙән алып 10-ға тиклемге шкала буйынса баһаларға тәҡдим иткәндәр, унда 1—  «тулыһынса риза түгелмен», ә 10 «тулыһынса ризамын» тигәнде аңлата. Һәр ҡала өсөн уртаса балл иҫәпләнгән, ул халыҡтың райондарҙың таҙалығы һәм сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙары менән ҡәнәғәтлек дәрәжәһен сағылдыра», — тип аңлатты белгестәр.

Миллионлы ҡалалар араһында беренсе урында — Краснодар. Артабан Мәскәү, Ҡазан һәм Санкт-Петербург килә. Рәсәйҙең иң таҙа ҡалалары иҫәбенә Анапа, Сорғот һәм Саранск ингән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Өфөлә таҙалыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк» тип билдәләгәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1239230-ufa-zanyala-52-mesto-po-chistote-sredi-gorodov-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть