Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһын һөйөүселәрҙе йыя

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Ural-Batуr» республика фестивале башҡорт рок музыкаһын һөйөүселәрҙе йыя. Фестиваль икенсе тапҡыр уҙғарыла һәм «Дәрүишхан» төркөмө етәксеһе Дим Ҡоләхмәтовҡа арнала.

23 ноябргә тиклем башҡорт телендә рок башҡарған музыканттарҙан һәм төркөмдәрҙән күрһәтмә эштәр ҡабул ителә. Икенсе этапҡа үткәндәр 13 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда ике-өс әҫәр башҡара. Уларҙың сығышын Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәренән торған эксперт комиссияһы баһалай.

Музыка форумы 14 декабрҙә тамамлана, унда йомғаҡлау концерты була һәм иҫтәлекле сувенирҙар тапшырыла.

Ғаризаларҙы gukrcnt@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Телефон: 8 (347) 289-65-50 (факс).

«Ural-Batуr» башҡорт рок музыкаһы республика фестивале Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Проект һәләтле йырсыларҙы асыҡлау һәм  ярҙам итеү, уларҙың ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәштәрҙә һәм үҫмерҙәрҙә башҡорт теленә, автор йырына ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү өсөн уҙғарыла.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәген, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто.

http://www.bashinform.ru/news/1239068-v-ufe-festival-ural-batur-soberet-poklonnikov-bashkirskogo-roka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть