Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ишле ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда күп балалы тип танылған ғаиләлә ата-әсәнең (балалыҡҡа алыусының) йәки опекундың (попечителдең) береһен транспорт һалымын түләүҙән азат итәләр. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар ултырышында республика законына төҙәтмәләр ҡарала.

«Ошондай ярҙам сараһын двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә ҡәҙәр тәшкил иткән еңел автомобилдәргә, шулай уҡ ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем тәшкил иткән автобустарға ҡарата билдәләргә тәҡдим ителә. Льгота хужаның теләге буйынса һәр типтағы бер транспорт сараһына бирелә һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2024 йылдың 31 декабренәсә ғәмәлдә була. Закон проекты ишле ғаиләләргә булышлыҡ итеүгә, республикалағы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән», — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Бынан алда республика Хөкүмәте, әлеге закон проектын депутаттарға ҡарауға индереп, двигателенең ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге автобустар, йөк машиналары, гидроциклдар, катерҙар, моторлы кәмәләр һәм башҡа транспорт хужаларына льгота биреүҙән баш тартырға тәҡдим иткәйне. Әммә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, закон проекты менән танышып сыҡҡандан һуң, халыҡ өсөн ғәмәлдәге барлыҡ льготаларҙы һаҡларға ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1239152-v-bashkirii-mnogodetnye-semi-osvobodyat-ot-transportnogo-naloga/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть