Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурстың Гран-прийын Гөлнара Вәлиева яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йырсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Гөлнара Вәлиева еңеү яуланы. Ул шулай уҡ республика Композиторҙар берекмәһенең  «Заһир Исмәғилев әҫәрҙәрен иң оҫта башҡарған өсөн» тигән махсус бүләгенә лайыҡ булды. Гөлнара Вәлиева Доницеттиҙың «Лючия ди Ламмермур» операһынан Лючия арияһын, «Урал егете» йырын һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың «Шомло ел» балладаһын башҡарҙы.

Конкурс финалсыларының гала-концерты Башҡорт филармонияһында уҙҙы. Еңеүсене республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡотланы. Гран-приҙы тапшырғанда ул 2016 йылда Мексикала Гөлнара менән бергә донъялағы иң бейек Ҡояш пирамидаһында «Таштуғай»  йырын башҡарыуҙары хаҡында һөйләне.

Беренсе урын З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Наҙгөл Ибраһимоваға һәм филармония солисы Дамир Таиповҡа бирелде, икенсе урынды Өфө сәнғәт институты студенты Эльвина Әхмәтханова һәм башҡорт операһы солисы Рим Рәхимов алды, өсөнсө премияны сәнғәт институты студенттары Регина Хөснөтдинова, Айгиз Уйылданов һәм Радмир Хәсәнов бүлеште.

Концертҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ейәнсәре Ләйлә Латипова ла килгәйне. Ул ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға олатаһының — башҡорт музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһенең мираҫын һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Тамашасылар уның әҫәрҙәре менән нота йыйынтыҡтары һәм китаптар күргәҙмәһендә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың ижады менән танышты.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йырсылар конкурсы 1968 йылдан уҙғарыла. Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы. Быйылғы йыр бәйгеһе республиканың 100 йыллығына бағышланды. Жюри составында танылған йырсылар, композиторҙар һәм педагогтар эшләй, улар араһында Әлмөхәмәтов конкурсының элекке йылдарҙағы лауреаттары — профессорҙар Фәрзәнә Сәғитова, Флүрә Килдейәрова, Иҙрис Ғәзиев.

http://www.bashinform.ru/news/1239083-gran-pri-konkursa-imeni-gaziza-almukhametova-zavoevala-gulnara-valeeva/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть