Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров: Үзбәкстан - Башҡортостандың күптәнге партнёрҙарының береһе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Башҡортостан-Үзбәкстан мөнәсәбәттәре бөтә йүнәлештәр буйынса тиерлек үҫешә. Беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, телдәребеҙ, рухи тамырҙарыбыҙ уртаҡ. Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.

«Кисә Өфөлә уҙған саралар («Үзбәкстанға сәйәхәт ит!» проекты сиктәрендә мәҙәни-рекреацион мөмкинлектәр, гастрономик, эко- һәм тау саңғыһы туризмы менән таныштырыу) Үзбәкстанды тағы ла яҡынданыраҡ белергә, бик күп билдәһеҙ факттарҙы асырға мөмкинлек бирҙе», —  тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан үҙ-ара туристик ағымды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, ә «TERRA BASHKIRIA» бренды республикабыҙҙан ситтә танылыу яулай бара. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 65 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Өҫтәүенә унда 85 процент — Башҡортостан тауарҙары экспорты. Үзбәкстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары — 124 ил араһында — 15-се, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында бишенсе урында тора. «Өфө — Ташкент» тура авиамаршруты асылған», — тип һөйләнеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Әлбиттә, тауар әйләнешен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар икәнен аңлайбыҙ. Үзбәкстан партнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһына әҙербеҙ. Республикалағы байтаҡ предприятиелар һеҙҙең илгә сифатлы продукция оҙатырға әҙер», — тине Радий Хәбиров.

Үзбәкстан илсеһе Ботиржон Асадов Рәсәй Президентының уларҙың иленә сәфәре барышында мәғариф һәм төбәк-ара форумдар уҙғарылыуын билдәләне. Ике дәүләт төбәктәре форумы барышында ҡул ҡуйылған килешеүҙәр пакеты 2 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итә. Улар — инвестиция килешеүҙәре, сауҙа, экспорт, импорт, үҙ-ара тауарҙар менән тәьмин итеү.

Үзбәкстан шулай уҡ республиканың аграр һәм медицина университеттары менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда бөтәһе 230-ға яҡын Үзбәкстан студенты белем ала, уларҙың 54-е — Башҡорт дәүләт медицина университетында.    

http://www.bashinform.ru/news/1238850-radiy-khabirov-uzbekistan-odin-iz-davnikh-partnyerov-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть