Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөләргә транспорт маршруттарында үҙгәрештәр тураһында тулы һәм оператив мәғлүмәттәр етмәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

15 ноябрҙә Өфөлә журналистар һәм ҡала әүҙемселәре ҡаланың транспорт өлкәһе эшен тикшерә. «Медиакорсеть» редакцияһының «Уфалогия» проектын «Башинформ» агентлығы ла хупланы. Хәбәрсе 15 ноябрҙә иртәнге сәғәттәрҙә Киров районында Аврора урамындағы «Белореченск биҫтәһе» туҡталыштарын тикшерҙе һәм ҡала халҡы менән аралашты.

Өфөләр баш ҡалалағы транспортҡа бәйле хәлгә үҙ фекерен белдерҙе.

«Башавтотранс»тың ял көндәрендә һирәк йөрөүе ҡәнәғәтләндермәй: автобустар урман янында теҙелеп тора. Беҙ өшөп торабыҙ, улар ҙа тора. Бынан аэропортҡа барып булмай, баҡсам шунда, икенсе автобус менән йөрөйөм. Эш көндәрендә автобус көтмәйем — 3-5 минут. Дөрөҫөн әйткәндә, киске сәғәт 8-ҙән һуң «Башавтотранс» йөрөмәй», — тине пенсионер Ольга Андреева.

«Туҡталыштарҙа теҙмә юҡ — бик уңайһыҙ. Автобуста һирәк йөрөйөм, шуға нимә һәм ҡайҙа барғаны бөтөнләй аңлашылмай. Ҡазандағы кеүек эшләһендәр ине, ҙур автобустар, теҙмә яҙылған табло», — тине эшҡыуар Илнур.
Бынан тыш, өфөләргә маршруттар хаҡында тулы, аныҡ һәм оператив мәғлүмәттәр етмәй. Әлегә ҡала халҡының баштары буталған. Мәҫәлән, берәүҙәр 234-се маршрут юҡ,ти, ысынында ул бар, бәлки, һирәк йөрөйҙөр. Автобустарҙа кире бәйләнеш  — мәғлүмәт экраны, транспорт хәрәкәте картаһы юҡ, туҡталыштар иғлан ителмәй.

Дөйөм алғанда, ҡала халҡы әлеге транспорт торошо менән ҡәнәғәт. Тик бына маршруткаларҙа водителдәрҙең үҙҙәрен хужа итеп тотоуҙары оҡшамай — музыканы ҡысҡыртып ҡуялар, рулдә тәмәке тарталар, туҡталыштарҙы иғлан итмәйҙәр. Өфөләр «газел»дә ярым эйелгән килеш, бер-береһенә терәлеп эшкә барғанда һәм ауыр эш көнөнән һуң ҡайтҡанда үҙҙәрен кәм итеп тоя, өҫтәүенә шуның өсөн аҡса түләй.

Ҡалала йәшәүселәр Ҡазандағы ҡыҙыл автобустар һәм йәшел троллейбустар, метро, шулай уҡ юлдарҙағы тәртип менән һоҡлана һәм Өфөлә лә ошондай тәжрибәне тормошҡа ашырһындар ине тип хыяллана. Улар берҙәм транспорт картаһын индерергә; ҡалала популяр йүнәлештәр буйынса һәм аэропортҡа «төнгө» автобус асырға; юлдарҙан иҫке автобустарҙы алырға — уларҙы яңыларына алмаштырырға; трамвайҙарҙы Октябрь проспектына кире ҡайтарырға — ер өҫтө метроһын төҙөргә тәҡдим итә.

Был хаҡта тулыраҡ «Медиакорсеть» сайтында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1238594-ufimtsam-ne-khvataet-polnoy-i-operativnoy-informatsii-ob-izmeneniyakh-v-marshrutakh-transporta/

                                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть