Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала маҡсатлы уҡытыуҙың ауылда табиптар етешмәү мәсьәләһен хәл итеренә иҫәп тоталар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Мәғариф системаһы маҡсатлы уҡытыу системаһы ярҙамында ауылды медицина кадрҙары менән тәьмин итергә ниәтләй. Потенциаль абитуриенттарҙың артыуы һигеҙ йылдан һуң ғына көтөлә. Хәйер, бөтә студент-медиктарҙы тыуған яҡтарына ҡайтарып булһа, проблема әле үк хәл ителер ине. Өфөлә эксперттар һәм яуаплы чиновниктар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа медицина кадрҙарының етешмәүе мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәлгә йыйылды.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, үҙәкләштереү – универсаль йүнәлеш: «Ҡасандыр бер көндә ике делегацияны ҡабул итергә тура килгәйне. Мюнхен университеты ректоры былай ти: бер кем дә Регенсбургка йәки Нюрнбергка барырға йыйынмай, бөтәһе лә Мюнхенда эшләргә теләй. Ике сәғәттән һуң Шанхай медицина университеты зарлана: барыһы ла Пенкинда йә иһә Шанхайҙа ҡалырға уйлай, береһе лә Харбинға, Гуанчжоуға китергә теләмәй. Беҙҙә табиптарҙың элекке район үҙәге Дыуанда йәшәгеһе килмәй, Мәсәғүттән бригадалар халыҡты хеҙмәтләндереүгә сыға. Табип – йәмғиәттең элитаһы ул. Әлбиттә, тәү сираттағы мәсьәлә — эш хаҡы».

Профессор ауылды медицина кадрҙары менән тәьмин итеү проблемаһының элек һәм хәҙер нисек хәл ителеүен аңлатты. «Теләһә ниндәй хоҡуҡ субъекты — муниципалитет, эш биреүсе, идара итеү органы студент менән маҡсатлы белем алыу тураһында килешеү төҙөй ала. Ошо маҡсатҡа федераль субсидиялар бүленә. Быйыл уҡырға ингәндәрҙең 60% «маҡсатлы» буласаҡ», — тип һөйләне Валентин Павлов.

Яңы закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлдә: ошо датанан, әгәр «маҡсатлы студент» йүнәлтмә буйынса эшкә бармай икән, федераль бюджет уны әҙерләүгә йүнәлткән аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш, тигән норма үҙ көсөнә инә, тип иҫкә төшөрҙө ректор. «Башинформ»  агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылда маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән 271 медицина хеҙмәткәренең өстән бер өлөшө (72 кеше, йәки 26,6%) килешеү буйынса эш урынына барып етмәгән.

Әле медицина университетында һигеҙ мең самаһы студент белем ала, улырҙың яртыһы — «бюджетниктар». Алдағы һигеҙ йылда республикала мәктәп тамамлаусылар һаны яҡынса 21 мең тәшкил итергә тейеш. Хәл 3-сө класта ғына үҙгәрә — унда 55 мең уҡыусы. Йәғни медицина вузының потенциаль абитуриенттары һаны 2027 йылда ғына арта.

Ректор һүҙҙәренсә, әле медицина университетында һәр муниципалиеттан 40-тан күберәк кеше уҡый. Ректорат ошо сутденттар хаҡында белешмә әҙерләгән һәм хакимиәт башлыҡтарына, баш табиптарға, депутаттарға мәғлүмәт менән файҙаланырға кәңәш бирә. «Улар менән эшләгеҙ, һөйләшеп килешегеҙ», — тип тәҡдим итте Павлов. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан — 70, Әлшәйҙән — 126, Кушнаренконан — 71, Баҡалынан — 68, Стәрлетамаҡтан — 300-гә яҡын, Салауаттан — 101, Нефтекаманан — 106, Бәләбәй ҡалаһынан — 70, Бәләбәй районынан 53 студент иҫәпләнгән.

Уҡыу йортонда студенттарҙың хакимиәт башлыҡтары һәм баш табиптар менән осрашыуын ойошторорға вәғәҙә иттеләр. Хөкүмәт хуплаған тағы ла бер сара — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән ауыл ерендә эшләргә әҙер студент-медиктарҙың Рәсәй гражданлығын алыуы.

Депутаттар, үҙ сиратында, мәсьәләне хәл итеүгә ҡануни яҡтан ярҙам итеү тураһында уйларға һөйләшеп килеште.

Ни өсөн республикала «Ауыл табибы» программаһының эшләмәүе тураһында «Башинформ» агентлығы «Ни өсөн миллионер табиптар Башҡортостандың ауыл дауаханаларынан китә» тигән ҙур материалда һөйләгәйне инде. Төп сәбәптәр — райондарҙа табиптарҙың эш хаҡының түбәнлеге.

http://www.bashinform.ru/news/1238344-v-bashkirii-rasschityvayut-chto-tselevoe-obuchenie-reshit-problemu-nekhvatki-vrachey-na-sele/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть