Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә тағы бер яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөлә Яңы 2019 йылға әҙерлек дауам итә. Совет районынан һуң баш ҡалала тағы бер яңы йыл шыршыһы барлыҡҡа килде. Уны Октябрь районында «О'кей» гипермаркеты алдында ҡуйғандар.

«Шулай уҡ «Июнь» сауҙа-күңел асыу үҙәге алдында шыршының каркасы әҙерләнә. Урман һылыуҡайҙары ун бер сауҙа предприятиеһы алдындағы майҙанды биҙәргә тейеш. Ленин майҙанында, Спорт һарайы алдында, Ҡашҡаҙан паркында һәм Нуғай биҫтәһендә боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә», — тип хәбәр иттеләр Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан алда «Башинформ»  Башҡортостанда төп яңы йыл шыршыһының 21 декабрҙә ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйне. Указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

http://www.bashinform.ru/news/1238529-v-ufe-ustanovili-eshche-odnu-novogodnyuyu-elku/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть