Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингына инде һәм беренсе урынға сыҡты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Медиалогия» мәғлүмәт аналитика системаһы 2018 йылдың октябре өсөн Волга буйы федераль округы губернатораҙары медиарейтингын төҙөнө. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге тапҡыр рейтингка инде. Унан тыш, республика етәксеһе беренсе урында тора.

Уҙған айҙа Радий Хәбиров хаҡында киң мәғлүмәт сараларында 9774 яңылыҡ баҫылған (медиаиндекс 100 376,0). Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы артынса Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов килә (7978 яңылыҡ һәм медиаиндекс 60 823,8). Өсөнсө урында – Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин (52 403,8 медиаиндекс менән 8086 хәбәр).

Популяр яңылыҡтар:

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовты Красногорск башлығы Радий Хәбиров алмаштырҙы.

11 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Хөкүмәтен төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырҙы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рафаэль Яппаровты министр вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

2014 йылдан Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләгән Әнүәр Бакиров Радий Хәбировтың тәнҡитләүенән һуң үҙ теләге менән отставкаға китте.

Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең һигеҙ вице-премьерын отставкаға оҙатты.

Радий Хәбиров «Башҡортостан» нәшриәтен бөлгөнлөккә төшөрөүгә юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1238324-radiy-khabirov-vpervye-voshel-v-mediareyting-gubernatorov-pfo-i-vozglavil-ego/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть