Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда прокуратура «балыҡ» браконьерлығына ҡаршы көрәш операцияһы тураһында иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры тәҡдиме Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә хуплау тапты. Хәҙер Башҡортостан биләмәһендә йыл һайын, 15 апрелдән 15 июнгә тиклем, «Ыуылдырыҡ» операцияһы ойошторола. Был балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа браконьерлыҡҡа ҡаршы комплекслы көрәш алып барыу өсөн кәрәк – ошо ваҡытта ҡануниәт балыҡ тотоуға өҫтәмә сикләүҙәр индерә.

Төбәктең күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һыу объекттарынан тыш, балыҡ ризыҡтары һатылған урындарҙа тикшереүҙәр уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ балыҡҡа ветеринария документтарын тултырғанда ла контроль көсәйтелә. Рейдтарға тәбиғәтте һаҡлау органдарын, ветеринария хеҙмәттәрен һәм муниципаль властарҙы йәлеп итергә теләйҙәр.

Тәбиғәтте һаҡлау прокурорының башланғысын хуплап, төбәк хөкүмәте «Яҙ көнө ыуылдырыҡ сәсеү осоронда Башҡортостан Республикаһының һыу объекттарында биологик ресурстарҙы һәм уларҙың йәшәгән мөхитен йыл һайын контролдә тотоу, күҙәтеү һәм һаҡлауҙы көсәйтеү саралары тураһында» ҡарар ҡабул итте.

http://www.bashinform.ru/news/1238251-v-bashkirii-prokuratura-obyavila-o-ezhegodnoy-operatsii-po-borbe-s-rybnym-brakonerstvom/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть