Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Бер тәүлектә Өфө аэропортына ватандаштарыбыҙҙың исеме өсөн 9 меңдән ашыу кеше тауыш биргән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Тотош илдә «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проектында тауыш биреү бара, ул 12 ноябрҙә башланды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала.

Өфө аэропортына дәғүә иткән исемдәр: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим һәм башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев.

Бер тәүлек эсендә великиеимена.рф  сайтында Өфө аэропорты өсөн 9 155 кеше тауыш биргән: 5 147-һе — Муса Гәрәевҡа, 1 493-ө — Мостай Кәримгә һәм 2 515-е — Салауат Юлаевҡа. Тауыш биреү һөҙөмтәләре Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-нән дә һуңға ҡалмайынса тәүлегенә бер тапҡыр яңыртып торола.

Алдан хәбәр ителгәнсә, теләгән һәр кем дөйөм исемлектәге бер аэропортты һайлап, «бер тауыш – бер аэропорт – бер исем» принцибы буйынса бер исем өсөн тауыш бирә ала. Тауыш ҡалдырыу өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға кәрәк:

— великиеимена.рф сайтында,

— проекттың социаль селтәрҙәрендә,

— 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,

— «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға.

Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.

http://www.bashinform.ru/news/1238031-za-imena-sootechestvennikov-dlya-aeroporta-ufy-za-sutki-progolosovalo-bolee-9-tysyach-chelovek/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть