Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөләге автозаправкалау станцияларында яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

13 ноябрҙә кискеһен Өфөләге автозаправкалау станцияларында дизель яғыулығына хаҡтар үҙгәрҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына автоһәүәҫкәрҙәр хәбәр итте.

Атап әйткәндә, «Лукойл» компанияһы заправкаһында дизель яғыулығының бер литры бер юлы ике һумға артҡан — 46 һум 90 тин. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы «Башнефть» станцияларында ла дизель яғыулығының хаҡы 45 һум 50 тингә тиклем ҡиммәтләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың майында Башҡортостанда нефтселәр яғыулыҡтың хаҡын алты тапҡырға күтәргәйне. Башҡортостанстат аналитиктары мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йәйҙә бензин хаҡы уртаса 12% артҡан. Дизель яғыулығы башҡа маркаларға ҡарағанда нығыраҡ ҡиммәтләнгән  (14,6%).

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Дәүләт Думаһының бензин хаҡын дәүләт көйләүе тураһында закон проектын индереүе хаҡында хәбәр иткәйне. Ағымдағы йылдың 31 октябрендә нефть компаниялары вәкилдәре һәм властар 2019 йылдың мартында яғыулыҡҡа хаҡты кәметеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға һөйләшеп килеште.

http://www.bashinform.ru/news/1238092-v-ufe-snova-podorozhal-benzin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть