Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ республиканың иң «авариялы» ҡала һәм райондарын атаны

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан буйынса Дүәлт автоинспекцияһы ағымдағы йылдың 10 айына йомғаҡ яһаны. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, юл фажиғәләренең 0,3%, йәрәхәтләнеүселәрҙең 3,2% кәмегән ваҡытта һәләк булыусылар һаны былтырғы күрһәткестән 5,4% артҡан. Республиканың 23 ҡала һәм районында ошо күрһәткестең артыуы күҙәтелә.

«Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе Өфөлә булған, унда 50 кешенең, Өфө районы биләмәһендә — 21, Мәләүездә — 20, Иглиндә —19, Туймазыла 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөлә, Сибайҙа, Бүздәк, Борай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Салауат райондарында аварияларҙың артыуы күҙәтелә», — тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-да.

Автомобиль һәләкәттәренең төп төрҙәре: машиналарҙың бәрелешеүе — юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм күләменән 44% һәм йәйәүлеләрҙе тапатыу  – 28% ашыу.

Өфө, Салауат ҡалаларында һәм Учалы, Архангел, Благовещен, Дәүләкән, Краснокама, Мишкә, Күгәрсен, Салауат райондарында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренең артыуы билдәләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1237822-gibdd-po-bashkirii-nazvala-samye-avariynye-goroda-i-rayony-respubliki-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть