Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала социаль туризм программаһы электрон сертификаттарға күсә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылдан Башҡортостанда социаль туризм программаһында ҡатнашыусылар электрон сертификаттар ала башлай. Был туристик миҙгелгә әҙерләнеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында. Сертификатта юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплаған субсидия күҙ уңында тотола. Пенсионерҙарға — һигеҙ мең, етем балаларға 12 мең һумын ҡаплау ҡаралған.

Ағымдағы йылда 800-гә яҡын кеше социаль юллама алған, уларҙы һатып алыуға 7,8 миллион һум бүленгән. Пенсионерҙар һәм башҡа социаль төркөмдәр өсөн 111 маршрут тәҡдим ителгән (Башҡортостан буйлап 85 һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре буйлап 26). Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр өсөн Өфө һәм республика буйлап 22 маршрут, шулай уҡ Краснодар крайына, Һамарға, Ижевскиға һәм Екатеринбургка экскурсия программалары тәҡдим ителгән.    

http://www.bashinform.ru/news/1237670-v-bashkirii-programma-sotsialnogo-turizma-perekhodit-na-elektronnye-sertifikaty-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть