Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтарының артыуы теркәлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялар менән ауырыусылар һаны арта. Шуның менән бергә сирләү кимәле эпидемик сиктән түбән, киҙеү теркәлмәй, тип хәбәр итә «Роспотребнадзор»ҙың төбәк идаралығы.

Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә грипҡа ҡаршы прививка яһау кампанияһы дауам итә. 9 ноябргә халыҡтың 22,7% киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән, улар 900 меңдән ашыу кеше, 273 меңе балалар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда вирус инфекцияһының ныҡлап таралыуы 2019 йылдың февраль-мартында көтөлә. Санитар табиптар фаразлауынса, республика биләмәһендә өс грипп вирусының таралыуы мөмкин. Улар А1 «Мичиган», А2 «Сингапур» һәм В «Колорадо». Бынан алдағы йылдарҙа Башҡортостанда улар күҙәтелгәйне һәм ҙур хәүеф тыуҙырырға тейеш түгелдәр. Ләкин системалы иҫкәртеү эшен алып барыу талап ителә.

Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу өсөн иң ҡулай осор сентябрь-ноябрь айҙары. Иң мөһиме прививканан һуң иммунитет эпидемия башланғансы нығынып өлгөрөргә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1237681-v-bashkirii-registriruetsya-sezonnyy-rost-zabolevaemosti-ostrymi-respiratornymi-infektsiyami-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть