Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө мэры: Арзан профнастил менән көпләнгән магазиндар ҡаланы йәмһеҙләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Өфөлә Башҡортостандың баш ҡалаһын йәмһеҙләгән сауҙа биналарын биҙәүҙә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин мэриялағы оператив кәңәшмәлә сауҙа селтәрҙәре магазиндарын осһоҙ профнастил менән көпләү тәжрибәһен туҡтатыуҙы талап итте. Уның һүҙҙәренсә, бындай алымды алмаштырырға кәрәк. «Был айырыуса «Магнит» һәм «Красное Белое» магазиндарына ҡағыла. Улар беҙҙең талаптарға һәм кәңәштәргә ҡолаҡ һалмай», — тине Ҡала дизайны үҙәге директоры Марсель Моратов.

Өфө мэры хеҙмәткәрҙәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо мәсьәләне асыҡларға һәм күрелгән саралар тураһында үҙенә хәбәр итергә ҡушты.

Өлфәт Мостафин ҡала туҡталыштарындағы сауҙа павильондары биҙәлешенә, урынлашыуына ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе һәм «Дәүләт циркы» туҡталышында торған трамвай киоскын миҫалға килтерҙе.

«Берәй кем шуға иғтибар итәме икән, ҡаланың үҙәге, эргәлә — мэрия, әллә беҙҙә кем нисек теләй, шулай эшләйме», — тине баш ҡала етәксеһе, сауҙа нөктәләре форматтарының берҙәм булмауын күҙ уңында тотоп.

Ҡала дизайны үҙәге етәксеһе һүҙҙәренсә, ваҡлап сауҙа итеү объекттары эшмәкәрлеген яйға һалған документ юҡ. Ошо мәсьәлә буйынса ҡарар проекты әҙерләнгән һәм яҡын арала Өфө ҡала Советына ҡарауға индерелә.

http://www.bashinform.ru/news/1237648-mer-ufy-fasady-magazinov-obshitye-deshevym-profnastilom-portyat-oblik-goroda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть