Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә урамдарҙы төнгө яҡтыртыу графигын үҙгәртәләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бөгөн, 13 ноябрҙә, мэриялағы оператив кәңәшмәлә республиканың баш ҡалаһында төнгө яҡтыртыу графигының үҙгәреүе хаҡында белдерҙе. «Өфөлә фонарҙар төнгө сәғәт 1-ҙән таңғы 5-кә тиклем генә һүндерелә», — тине Өлфәт Мостафин.

Кисә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың тораҡ пункттарында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе тикшерелде. Уҙғарылған мониторинг һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, республика ҡала-райондарында урамдарҙы һәм тыҡрыҡтарҙы яҡтыртыу 67,8 процент тәшкил итә. Өҫтәүенә 25 муниципалитетта был уртаса республика күрһәткесенән түбәнерәк, ә ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа 30 процентҡа ла етмәй. Бынан тыш, 2,5 мең балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙең 592-һендә 500 метр радиусында тейешле фонарҙар юҡ.

«Был бик ҙур проблема. Был халыҡтың көнитмеше уңайлығы проблемаһы. Яҡтыртыу мәсьәләһе – хәүефһеҙлек тәьминәтенең төп элементтарының береһе», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, яҡтыртыуҙы тәү сиратта йылдам ҡарарҙар, атап әйткәндә, урамдарҙа терәүҙәре һәм линиялары булған фонарҙарҙы монтажлау иҫәбенә арттырырға кәрәк. Муниципалитеттарға киске һәм иртәнге сәғәттәрҙә эш ваҡытын арттырып, төндә яҡтыртыу системаларының эш графигын ҡайтанан ҡарау бурысы йөкмәтелде.

http://www.bashinform.ru/news/1237619-v-ufe-pomenyayut-grafik-nochnogo-osveshcheniya-ulits-i-dvorov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть