Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Мирхәйҙәр Фәтҡуллин Башҡортостандың экология министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мирхәйҙәр Фәтҡуллинды Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне.

Фәтҡуллин Мирхәйҙәр Борис улы 1974 йылдың 31 мартында Баймаҡта тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын, ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

1993-2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының банк системаһында эшләгән.

2011-2003 йылдарҙа – «2006 йылға тиклем Татарстан Республикаһын социаль-иҡтисади үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы дирекцияһы» республика дәүләт учреждениеһының федераль власть органдары менән эшләү бүлеге етәксеһе.

2003-2004 йылдарҙа – «Өфө ҡалаһының инвестиция агентлығы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары.

2004-2005 йылдарҙа – «Башстром» акционерҙар компанияһы генераль директорының иҡтисад һәи финанстар буйынса урынбаҫары, финанс директоры.

2005 йылда –  «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Юлдар һәм ҡоролмалар департаментының иҡтисад, хеҙмәтте ойоштороу һәм хеҙмәт хаҡы бүлеге етәксеһе урынбаҫары.

2005-2007 йылдарҙа – «Андреев кирбес заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының финанстар һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары.

2007-2010 йылдарҙа – «Ай.Ди.Си» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2011-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары.

2014-2018 йылдарҙа – Свердловск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары советнигы – Свердловск өлкәһе хөкүмәте аппараты етәксеһе, Контроль департаменты директоры урынбаҫары, Свердловск өлкәһе хөкүмәте һәм Свердловск өлкәһе губернаторы хакимиәтенең Кадрҙар сәйәсәте һәм контроль департаменты директоры урынбаҫары.

http://www.bashinform.ru/news/1237488-i-o-ministra-ekologii-bashkirii-naznachen-miraydar-fatkhullin/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть