Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев – Ҡырғыҙстанда «Айытматов һәм театр» фестивале жюрийы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев Ҡырғыҙстанда «Айытматов һәм театр» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. Ул жюри итеп саҡырылған.

Яҙыусының 90 йыллығына арналған фестиваль 12-17 ноябрҙә Бешкәк ҡалаһы сәхнәләрендә уҙа. Ул өс йылға бер тапҡыр ойошторола һәм совет классигы, күренекле ҡырғыҙ прозаигы Сыңғыҙ Айытматовтың ижади мираҫын популярлаштырыуҙы, шулай уҡ хәҙерге иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәре өлгөһөндә йәш быуын тамашасыларын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Быйыл фестивалгә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан һәм Ҡарағалпаҡстандың театр эшмәкәрҙәре саҡырыу алған. Фестивалдә ҡатнашыусылар  «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссура», «Иң яҡшы ир-егет роле» кеүек номинацияларҙа көс һынаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сыңғыҙ Айытматовтың 90 йыллығы (1928 – 2008) донъяның төрлө илдәрендә киң билдәләнә, илебеҙҙәге күп кенә театрҙар уның китаптары буйынса спектаклдәр сәхнәләштерә.

http://www.bashinform.ru/news/1237101-akter-bashdramy-khurmatulla-utyashev-chlen-zhyuri-festivalya-aytmatov-i-teatr-v-kirgizii/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть