Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы баҙары 6 миллиард һумға баһалана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Мәктәптәрҙең аутсорсингка күсеүе Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла уңышлы бойомға ашырылманы. Уҙғарылған мониторинг күрһәтеүенсә, балалар рационына бик үк сифатлы булмаған аҙыҡ-түлек эләккән осраҡтар бар. Ата-әсәләр балаларға тәҡдим ителгән аҙыҡтың сифаты үҙгәреүенә, ата-әсәләр түләүенең артыуына, мәктәп ашханаларында ассортименттың ярлы булыуына борсолоу белдерә. Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының эш кәңәшмәһендә мәктәптәрҙә аутсорсинг һөҙөмтәлелеге мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

«Аутсорсингка күскәндә бюджет аҡсаһын экономиялау хаҡында һүҙ барманы. Иң мөһиме — хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын арттырыу һәм системаға һалыу ине», — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышының бюджет комитеты рәйесе Рида Собханҡолова.

Уның һүҙҙәренсә, мәктәп туҡланыуы баҙары 6 миллиард һәм тәшкил итә, уларҙың яртыһы – ата-әсәләрҙең, ҡалған 3 миллиард һумы – бюджет аҡсаһы. Республика дауаханаларындағы туҡланыу баҙары тағы өс миллиард һум тәшкил итә. Дәүләт яғынан уңышлы индереү өсөн барлыҡ саралар күрелде, ләкин уларҙы бойомға ашырыу урындағы етешһеҙлектәрҙе асып һалды.

Аутсорсинг мәсьәләләре был өлкәлә конкуренцияның булмауы менән дә ҡатмарлаша. Ауыл ерендә берҙән-бер тәьминәтсе үҙенең шарттарын көсләп таға. Дәүләт Йыйылышының мәғариф буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, депутаттар үткәргән мониторинг йомғаҡтарына ярашлы, ауыл мәктәптәрендә белем биреү объекттарын һаҡлау, уларҙы йыйыштырыуҙың насарайыуы асыҡланған.

«Беҙҙең ауыл мәктәптәрендә йыйыштырыусы – билдәле фигура. Биналарҙы йыйыштырыуҙан тыш, ул гардеробсы ла, ҡыңғырау шылтырауы өсөн дә яуап бирә,  ремонт менән дә шөғөлләнә. Мәктәптәрҙә ошо ставка ҡыҫҡартылғас, ремонт эштәрен каникул ваҡытында уҡытыусыларға эшләргә тура килә», —  тип билдәләне Раил Әсәҙуллин.

Кәңәшмәлә әлеге мәсьәләлә ведомство менән үҙ-ара эш итеүҙең дә булмауы асыҡланды. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова һүҙҙәренсә, республикалағы 3000 белем биреү учреждениеһының 174-е генә уҡыусыларға килтерелгән аҙыҡтың сифатын тикшертеү өсөн «Һынау үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың күбеһе бер тапҡыр мөрәжәғәт иткән һәм шуның менән тынысланған. Республиканың Мәғариф министрлығы был мәсьәләне ҡаты контролгә алырға тейеш, тип иҫәпләй Гүзәл Аҫылова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика дауаханаларында туҡланыу — 2012 йылдан, ә мәктәптәрҙә 2016 йылдан аутсорсингка тапшырылған. Ошо системаны индереү күрһәтеүенсә, мәғариф учреждениеларын уларға хас булмаған эштәрҙән азат итеү һәм туҡланыу, йыйыштырыу, һаҡ мәсьәләләрен, башҡа функцияларҙы махсус ойошмаларға тапшырыу һәр саҡта ла үҙен аҡламай. Аутсорсинг иҡтисади, социаль, йәмғиәт өсөн файҙалы булған урында кәрәк. Әгәр был иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашһыҙ йәки күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты артмай, ә түбәнәйә, кешеләр яфалана, хаҡтар үҫә икән, бынан тейешле һығымта яһау зарур.

«Проблема бик тәрәндә ята. Эксперименттар етеп торор, моғайын, ғаиләләрҙең төрлө категорияларын үҙ эсенә алған маҡсатлы программа йәки федераль закон ҡабул итеү аша мәсьәләне хәл итеү өсөн комплекслы һәм уйланылған алым кәрәк», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, һөйләшеүгә йомғаҡ яһап.

http://www.bashinform.ru/news/1236125-rynok-shkolnogo-pitaniya-v-bashkirii-otsenivaetsya-v-6-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть