Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.25 ↓

EUR 75.39 ↓

14 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөнөң коммуналь хеҙмәткәрҙәре ҡапыл һалҡынайтыуы сәбәпле көсәйтелгән эш режимына күсә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөнөң коммуналь хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән эш режимына күсә. Бындай саралар алдағы көндәрҙә һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүенә бәйле. «Ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән эш режимына күсерелгән. Боҙлауыҡ булмаһын өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртергә әҙер», — тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.

Баш ҡала мэрияһы юлдарҙа күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн автоһәүәҫкәрҙәрҙе саралар күрергә саҡыра. Атап әйткәндә, йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырырға. Шулай уҡ тиҙлек режимын һаҡларға, ҡапыл тормозға баҫмаҫҡа, бер рәттән икенсеһенә күсергә тырышмаҫҡа кәрәк. Күперҙәрҙә, таулы урындарҙа айырыуса иғтибарлы булыу зарур.

Штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта — «Ҡотҡарыу хеҙмәте 112» шылтыратырға.

Алдан хәбәр ителгәнсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостан биләмәһенә арктик һауа массаһының үтеп инеүенә бәйле һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 9-12 ноябрҙә республикала һауа температураһының төндә -10,-15, аяҙытҡанда -16,-21, көндөҙ -5,-10, айырым райондарҙа -15 градусҡаса түбәнәйеүе мөмкин. Урыны менән ҡар яуа, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

http://www.bashinform.ru/news/1236171-kommunalshchiki-ufy-perekhodyat-na-usilennyy-rezhim-raboty-iz-za-rezkogo-pokholodaniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть