Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбировтың тормош иптәше Өфөләге ауыр сирле балаларҙы тәрбиәләү үҙәгендә булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә республикала абилитацияны — йәш балаларҙа инвалидлыҡ үҫешен иҫкәрткән дауалау-педагогия комплексын үҫтереүҙе тикшерҙеләр. Башҡортостанда ошо йүнәлештә ике йыл инде церебраль фалиж һәм башҡа сирҙәр менән яфаланған балалар өсөн «Һөйөклө сабый» инновациялы абилитация үҙәге эшләй. Уны табип-неонатолог Фәйрүзә Латипова асҡан. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Рәсәй дәүләт социаль университет ректораты ҡарамағындағы советник Рөстәм Әхмәҙинуров һәм республикаға тәжрибә алмашыу өсөн килгән Красногорскиҙан депутат Вера Иванова дауалау үҙәгендә булды.

«Һөйөклө сабый» үҙәгенең ике йыл эшләү осоронда хәүеф төркөмөнә ҡараған 300 сабый дауаланған. Улар — тыуғандан һуң реанимация һәм интенсив терапия бүлегенә эләккән, оҙаҡ ваҡыт яһалма елләтеү аппаратында ятҡан, төрлө өҙлөгөүҙәр алған, гипоксия менән интеккән һәм баш мейеһе йәрәхәтләнгән балалар. Йөҙҙән ашыу сабыйҙа төрлө сирҙәрҙең үҫешеүенә юл ҡуйылмаған, инвалидлыҡ булдырылмаған. Баланың мейеһе тыуғандан һуң 200 көн эсендә һығылмалыраҡ була һәм ошо ваҡытта медицина тәғәйенләнешен тормошҡа ашырыуҙан тыш, баланың үҫешенә иғтибар итеп, мейене әүҙемләштереп өлгөрөргә лә кәрәк, тип иҫәпләй Фәйрүзә Латипова. Йәш сабыйҙарға комплексы ярҙам күрһәтелә — психолог, логопед, остеопат, физиологик дауаланыу, массаж, гимнастика, эрготерапия. Барлыҡ ошо саралар функцияларҙы 50% тиклем тергеҙергә мөмкинлек бирә.

Үҙәк эргәһендә «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фонды эшләй, ҡайһы бер сабыйҙар грант аҡсаһына бында бушлай дауалана. Яңыраҡ Абилитация институты асылды — Башҡорт дәүләт медицина университетының биш тәжрибәле һәм квалификациялы педагогы поликлиника табиптарын һәм республика реабилитация үҙәктәре белгестәрен иртә ярҙам күрһәтергә өйрәтә. Әйтәйек, Хеҙмәт министрлығы тендерын отҡан аҡсаға Белорет, Күмертау һәм Нефтекама ҡалалары табиптарынан өсәр команда курстар үтте.

Осрашыуҙа баш ҡаланың Дим районы етәкселеге үҙ биләмәһендә абилитацияны үҫтереү буйынса пилот проектын бойомға ашырырға теләк белдерҙе. Тиҙҙән абилитация системаһы Башҡортостандың Белорет районында эшләй башларға тейеш, тип һөйләне Фәйрүзә Латипова:

«Хәҙер республикала иртә ярҙамды һәм абилитацияны үҫтереү стратегияһын әҙерләргә тейешбеҙ. Был — тотош Рәсәй өсөн яңы йүнәлеш. Беҙҙең үҙәктә илдә тәүгә Европа абилитация моделе индерелде, ул бөтә донъяла үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлаған».

http://www.bashinform.ru/news/1236156-supruga-radiya-khabirova-posetila-v-ufe-tsentr-gde-vykhazhivayut-tyazhelobolnykh-malyshey/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть