Өфөлә иң яҡшы йәш ғаиләне һайлайҙар

Өфөлә иң яҡшы йәш ғаиләне һайлайҙар Фото: Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.
Быйыл көҙ Өфөлә 20-се тапҡыр иң яҡшы йәш ғаиләне һайлайҙар. Финалға эләгеү һәм конкурста еңеү өсөн ғаиләләр тәүҙә үҙ райондарында һайлап алыу турын уҙҙы. Ете ғаилә: Фазылйәновтар (Дим районынан), Ғариповтар (Калинин), Вәлиәхмәтовтар (Киров), Крючковтар (Ленин), Литовченколар (Октябрьский), Фәйзуллиндар (Орджоникидзе) һәм Сухаревтар (Совет) 11 һәм 12 ноябрҙә Конгресс-холда «Йәш ғаилә-2018» смотрында сығыш яһау хоҡуғын алды.
Беренсе көндә көндөҙгө сәғәт 2-лә дәғүәселәр интеллектуаль бәйгелә көс һынаша, ул «Квиз, плиз!» күңел асыу ярышын үҙ эсенә ала, шулай уҡ ғаилә гербын төшөрөү, караокела йырлау ҡаралған. Икенсе көндә киске сәғәт 7-лә концерт залында «Ғаилә дефилеһы» менән таныштырыу була.
Еңеүселәр Өфө намыҫын республика кимәлендә яҡларға тейеш. Уҙған йылда конкурстың Гран-прийын Орджоникидзе районынан Ғәниевтар алды.
http://www.bashinform.ru/news/1236052-v-ufe-vyberut-luchshuyu-moloduyu-semyu/

