Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә музыкант, йырсы, актер Рәсүл Ҡарабулатов юбилей кисәһенә саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Легендар «Карауанһарай» фолк-рок төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәсүл Ҡарабулатов үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра. 10 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур концерт була.

Рәсүл Ҡарабулатов музыкант, халыҡ һәм композитор йырҙарын сағыу башҡарыусы, телевидение алып барыусыһы, театрҙа һәм кинола Салауат Юлаев образдарын (Йәштәр театрының «Салауат. Өн аралаш ете төш»  спектакле), Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмы), Ҡурамша Йәнбирҙин («Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы) һәм башҡа образдар тыуҙырған талантлы актер булараҡ танылыу яуланы.

«Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, музыкант үҙ өҫтөндә даими эшләргә тейеш, —  тип иҫәпләй Рәсүл Ҡарабулатов. — Бөйөк музыкант-импровизаторҙар Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәновтарҙы тыңларға, халыҡсан уйнау оҫталығын арттырыу зарур. Оҫталыҡтың нигеҙе — традицион уйнау, уны оҙаҡ һәм күп тыңларға, үҙеңә һеңдерергә кәрәк».

Кисәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, беренсе бүлектә юбиляр үҙе генә сығыш яһай. Был — инструменталь төркөм менән йәнле концерт. Концертта бер нисә быуын тамашасылар яратып өлгөргән йырҙар яңыса, яңы аранжировкалар менән яңғырай. Улар — «Порт Артур», «Һылыуым», «Сайҡалалар кәмәләр», «Бөрлөгәнем», «Һағыныу йыры», «Һайра, һандуғасым», «Беззең ил», «Моңло курай», «Ел, ерәнем». Һуңғы йылдарҙа ижад ителгән бик күп йырҙар — «Урал» бәйете, «Дунай», «Миҙгелдәр».

Икенсе бүлектә артистың ижадташ дуҫтары сәхнәгә сыға, улар араһында — татар эстрадаһы йондоҙо Салауат Фәтхетдинов, Башҡорт драма театрының күренекле актеры Фидан Ғафаров, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Ләйсән Шәрипова. «Карауанһарай» төркөмөнөң һәм Стәрлетамаҡ бейеү театрының сығышын күрергә мөмкин.

Концертта шулай уҡ артистың улы менән ҡыҙы: бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов, Санкт-Петербургтан йырсы Гөлнур Ҡарабулатова ҡатнаша.

Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1232759-v-ufe-muzykant-pevets-akter-rasul-karabulatov-priglashaet-na-yubileynyy-vecher-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть